Бөгөн көндөҙ бер аҙ ҡар яуа, төньяҡта уртаса, айырым райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы минус 3 — 8 градус тәшкил итәсәк, көньяҡ-көнсығыш буйынса минус 13 градусҡа тиклем.
Дүшәмбе, 22 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, урыны менән уртаса. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә минус 4-9 градус, көньяҡ-көнсығышта минус 14 — кә тиклем, көндөҙ минус 2-7 градус.
Шишәмбе, 23 декабрҙә, ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә минус 4-9 градус, көндөҙ минус 2 — 7 градус. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйәсәк, яуым-төшөм туҡтаясаҡ.
Фото: Альберт Заһиров.
Башинформ.