Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Декабрь 2025, 09:56

Бөгөн Рәсәйҙә иң ҡыҫҡа көн

Ҡояш офоҡта иң түбән нөктәгә күтәрелә

Бөгөн Рәсәйҙә иң ҡыҫҡа көн
Бөгөн Рәсәйҙә иң ҡыҫҡа көн

Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.
22 декабрь астрономик ҡыштың башы тип иҫәпләнә. Артабан яҡты көн оҙонлоғо арта башлаясаҡ.

Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды,
Һиҙмәй ҡалдым бер ҙә үткәнен.
Бер бөгөнөм үтте. Кем белә һуң
Күпме бөгөн беҙҙе көткәнен?

Был бөгөнөм бушҡа бушаманы,
Башҡаларға булды бағышлы,
Баш китерлек эштәр башҡарманым,
Барыһы ла ябай, балҡышлы.

Бына шулай үтә бөгөндәрем,
Белмәй ҡалам, бөтмәҫ мәшәҡәт,
Бөтәһенә өлгөрөргә кәрәк,
Бер тәүлегем гүйә бер сәғәт.

Бөгөнгө көн менән ғүмер бөтмәй,
Бер ваҡыт юҡ артҡа ҡарарға,
Өлгөрмәйбеҙ үткәндәрҙе байҡап,
Киләсәкте алдан юрарға.

Эй сабабыҙ тормош етәгендә,
Бөгөнөбөҙ бөткән бөрөшөп,
Эй ҡыуабыҙ ҡыуып етмәҫлекте,
Берсә янып-бешеп, бер өшөп.

…Бер бөгөнөм бөттө. Булһын ине
Бөгөндәрем иркен, киңерәк,
Бөгөндәрем булһын матурыраҡ,
Бөгөндәрем булһын күберәк!

Бөгөн Рәсәйҙә иң ҡыҫҡа көн
Бөгөн Рәсәйҙә иң ҡыҫҡа көн
Автор:
Читайте нас