Башҡортостанға ысын мәғәнәһендә ҡаты һыуыҡтар килә. Шулай итеп, бөгөн, 24 декабрҙә, төбәктә һиҙелерлек һалҡынайта, nип фаразлай Башгидромет синоптиктары. Бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ термометр бағанаһы -20, -25 градус, көньяҡта -6, -11 градус күрһәтәсәк, кискә табан -13, -18 градусҡа тиклем төшәсәк.
Иртәгә, 25 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25, -30 градус, аяҙытҡанда -31, -36 градус, көндөҙ -20, -25 градус, урыны менән -30 градусҡа тиклем.
Башинформ.