Махсус операцияла ҡатнашыусы, «Башҡортостан» полкының Әхәт Әхмәтйәнов исемендәге уҡсылар ротаһының взвод командиры Салауат Яласов алғы һыҙыҡта ВСУ-ның терәк пунктын юҡ иткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналынан билдәле булды.
Лейтенант Яласов етәкселегендәге снайперҙар төркөмө яугирҙәре сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә артиллерия уты аҫтында объектты юҡ итеп, дошманды әсирлеккә алып, позицияға юғалтыуһыҙ әйләнеп ҡайтҡан.
Салауат Яласов яу яланында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.