Кәрәк була:
- 200 грамм эремсек,
- 2 йомортҡа,
2 ҡалаҡ ҡаймаҡ,
30 грамм иретелгән аҡ май,
50 грамм шәкәр (3-4 ҡалаҡ),
50 грамм манный ярмаһы (4 ҡалаҡ),
- 50 грамм он (йәки дөгө оно 4 ҡалаҡ),
1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) йәки 0,5 балғалаҡ сода.
✅Әҙерләү: 1. Эремсекте, йомортҡаны, ҡаймаҡты, майҙы, шәкәрҙе бутарға һәм бер төрлө булғансы болғатырға.
2. Әкренләп манный ярмаһын өҫтәп, болғатырға.
3. Соданы (йәки ҡамыр йомшартҡысты) он менән бутарға һәм ҡамырға ҡушырға. Ҡалын ҡамыр килеп сығырға тейеш.
4. Ҡамырҙы формаларға (силиконлы), 2/3 тултырып һалырға.
5. 170 градуста теүәл 30 минут бешерергә.
6. Һыуынғандан һуң эремсек кексиктарына шәкәр онтағы һибергә мөмкин.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!