Ҡамыр өсөн:
o 2 йомортҡа
o 4 йомортҡа һарыһы
o семтем тоҙ
o 1/2 балғалаҡ аш һеркәһе (9%)
o 2 аш ҡалағы шәкәр (теләк буйынса)
o он
Әҙерләү:
1. Йомортҡаларға семтем тоҙ, аш һеркәһе ҡушығыҙ, сәнске менән күпергәнсе болғатығыҙ. Иләнгән ондо ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамыр ныҡ ҡаты ла, ныҡ йомшаҡ та булмаһын. Әҙер ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, 20 минут дауамында ял бирегеҙ.
2. Ҡамырҙы бер нисә тигеҙ өлөшкә бүлеп, һалманан да йоҡараҡ итеп йәйегеҙ. 3-4 см киңлегендәге буй-буй таҫмаларға киҫегеҙ. Елләнмәһен өсөн, әҙер таҫмаларҙың өҫтөн сепрәк менән ҡаплағыҙ.
3. Ағас таяҡсаға ҡамыр таҫмаһын уратығыҙ ҙа, ҡыҙған көнбағыш майында ураманы өйрөлтә-өйрөлтә тиҙ генә ҡыҙҙырып алығыҙ. Урама таралып китмәһен өсөн, уның бер яҡ осон ағас болғағыс менән тотоп торорға мөмкин.
4. Әҙер ураманы артыҡ майы һеңһен өсөн ҡағыҙ өҫтөнә теҙеп сығығыҙ.
Ураманы өҫтәлгә ҡуйыр алдынан, өҫтөнә әҙерәк шәкәр онтағы һибеп биҙәгеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
"Уңған килендән рецепттар" китабынан