Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Ғинуар , 06:05

Башҡортостандан МХО биләмәһенә күсмә мәсеттәр ебәрелде

Башҡортостандан МХО биләмәһенә ике модулле мәсет ебәрелде. Тағы берәүҙе яһап ебәрергә әҙерләнәбеҙ, тип хәбәр итә МХО ветерандары ассоциацияһы.

Башҡортостандан МХО биләмәһенә күсмә мәсеттәр ебәрелде
Башҡортостандан МХО биләмәһенә күсмә мәсеттәр ебәрелде

Күмертау һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов әйтеүенсә, хәҙер яугирҙәр уңайлы, йылы, яҡты бүлмәлә доға ҡыла ала.

Ирекмәндәр билдәләүенсә, һәр гуманитар сәфәр — матди ярҙам ғына түгел, ә һалдаттарҙың хәрби рухын күтәреү ҙә.

Бынан алдараҡ МХО биләмәһендә Башҡортостандан килтерелгән мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Донецк Халыҡ Республикаһында Снежное ҡасабаһы бәләкәй сиркәүенә Бәләбәй районынан алып килгән көмбәҙ ҡуйылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru

Башҡортостандан МХО биләмәһенә күсмә мәсеттәр ебәрелде
Башҡортостандан МХО биләмәһенә күсмә мәсеттәр ебәрелде
Автор:
Читайте нас