Ғинуар байрамдарынан һуң район хәрби комиссариатында йыл һайын йәнлелек күҙәтелә. Бында 19-23 ғинуарға ҡәҙәр район мәктәптәренең өлкән кластары, шулай уҡ Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалы һәм республиканың башҡа урта махсус уҡыу йорттары егеттәрен беренсе хәрби иҫәпкә ҡуйыу бара. Военкоматҡа буласаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы көн тәртибе буйынса саҡыралар. Улар бында билдәләнгән ваҡытҡа махсус бирелгән транспортта ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында килә.
— Хәрби комиссариатҡа килгәс, беҙҙең хеҙмәткәрҙер саҡырылған егеттәр менән инструктаж үткәрәләр һәм уларға Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына анализдар тапшырыу өсөн йүнәлтмә бирәләр, — ти граждандарҙы хәрби учетҡа ҡуйыу бүлеге начальнигы Илгиз Йәғәфәр улы Нәғимов. - Хәрби комиссариатта махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинеттарҙа район үҙәк дауаханаһы табиптары һәм шәфҡәт туташтары сәғәт 11-ҙән алып 13 сәғәткә ҡәҙәр егеттәргә медицина тикшеренеүе үткәрә. Шунан һуң егеттәр һөнәри-психологик тест уҙа. Ә 14.00 сәғәттә тағы бер ҡат инструктаж үткән егеттәргә иң мөһиме - хәрби учетҡа баҫыу буйынса комиссия үтергә тура киләсәк. Комиссия ағзалары һәр хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәш кеше менән әңәгәмә ҡора һәм шәхси эштәрендә тейешле яҙмалар яҙа. Шулай итеп, хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ категорияһын һәм РФ Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙеренең төрҙәренә алдан билдәләүҙе еткерәләр. Шул ваҡытта ғына һәр кемгә шәхси ҡултамға менән саҡырылырға тейешле гражданин таныҡлығы тапшырыла. Шулай итеп, егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар булып һанала, һәм уларҙың хәрби иҫәп-хисап буйынса бурыстары барлыҡҡа килә. 2026 йылдың ғинуар аҙағына ҡәҙәр беҙ Бишбүләк районының барлыҡ ауыл биләмәләренән 2009 йылғы 130-ҙан артыҡ егетте хәрби иҫәпкә ҡуйырға тейешбеҙ. Әйтелгәндәргә өҫтәп, 2026 йыл яңылығын да билдәләп үтәһе килә. Быйылдан район хәрби комиссариаты эргәһендәге саҡырыу комиссияһы системалы рәүештә, йәғни бер йыл дауамында эшләйәсәк. Яңы хәрбиҙәрҙе оҙатыу иһә ике тапҡыр: апрелдән июлгә ҡәҙәр һәм октябрҙән декабргә ҡәҙер башҡарыласаҡ. Беренсе көндә Район хәрби комиссариатында Бишбүләк районында йәшәү урыны буйынса теркәлгән 26 егет — республиканың район уҙәге мәғариф учреждениеларында һәм урта махсус уҡыу йорттарында уҡыусылар хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле гражданин таныҡлығын алдылар.
Дамир Ленар улы Кәлимуллин, Бишбүләк ауылының 1-се урта мектебенең 9-сы класс уҡыусыһы:
— Алған йәрәхәт арҡаһында, ауырыу булыу сәбәпле, мин икенсе йылға ҡалдым, шуға күрә быйыл ғына мәктәпте тамамлайым. Ваҡыт еткәс, мин ҙур теләк менән РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итергә теләйем. Сик һаҡсыһы булырға уйлайым. Миңә ғәскәрҙәрҙең был төрө оҡшай, запастағы сик һаҡсылары райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Сонки улар беренсе булып Ватанды һаҡлаусылар паркына «Бөтә заман сик һаҡсыларына» һәйкәлдәр ҡуйҙылар. Мин спорт менән мауығам. Хоккей уйнарға яратам, районың «Олимп» үҫмерҙәр командаһы көйәрмәне. Хайуандарҙы яратам: минең Рекс ҡушаматлы хаски яҡшы тоҡомло дүрт йәшлек этем бар, мин уны көсөк сағында уҡ һатып алып үҫтерҙем.
Динар Ринат улы Әхмәҙуллин, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем алыусы:
— Мин район үҙәгендәге мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, үҙаллы тормош башларға һәм һөнәр алырға булдым. Баш ҡалала колледждың беренсе курсында уҡыйым. Реле һәм селтәр электр станцияларында техник-электр белгеслеге буйынса эшләйәсәкмен. Уҡып бөткәс, һис шикһеҙ армияла хеҙмәт итәсәкмен. Минең атайым уҙ ваҡытында армияла хеҙмәт иткән, оло ағайым Данияр ҙа стратегик билдәләнештәге хәрби ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итте. Ҡышҡы сессияны мин инде тапшырҙым, унда дүрт предмет зачеты һәм өс имтихан бар ине. Үҙемде физик яҡтан сыныҡтырам, турникта 12 тапҡыр күтәреләм, балыҡ тоторға яратам. Ғәҙәттә, дуҫтарым менән Дим йылғаһында һәм күлдәрҙә балыҡ тотам.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотолары.