Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, республика хөкүмәтенә 16 февралгә тиклем Ҙур һәм татыу ғаилә йылының саралар планын ойошторорға ҡушылған, муниципалитет хакимиәттәренә – 27 февралгә тиклем.
Белешмә өсөн
Республикала бөгөн 72898 күп балалы ғаилә бар. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, һуңғы биш йылда ишле ғаиләләр 14 меңгә тиерлек артҡан, үҫеш – 23,6%. Тимәк, парҙар-ҙың күбеһе аңлы һәм етди рәүештә ғаилә, балалар һәм яуаплылыҡты һайлай.
– Уларҙың был ҡарарҙары ярҙам тапһын өсөн тырышабыҙ. Республикала балалы ғаиләләр өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы бар. Улар менән 192 меңдән ашыу ғаилә файҙалана – ярҙам төрлө, ләкин уның тәғәйенләнеше бер: кәрәк саҡта эргәлә булыу.
Беҙ әсәйҙәребеҙ менән бик ғорурланабыҙ. Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 9568 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Беҙҙә федераль кимәлдә билдәләнгән ғаиләләр ҙә бар: 10 әсә “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды, – тине Ленара Иванова. – Балалары хәстәрлек, хөрмәт һәм ярҙам тойоп үҫкән ғаиләләр республикабыҙҙа күбәйә бара.
Башинформ.