Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Февраль , 17:54

Республиканан 95 меңдән ашыу үҫмер Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән

Порталда иҫәп яҙмаһы булыуы үҫмерҙәргә федераль һәм республика кимәлендәге күп электрон сервистар менән файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Республиканан 95 меңдән ашыу үҫмер Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән
Республиканан 95 меңдән ашыу үҫмер Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән

Уҙған йылда Башҡортостандан 14 йәштән 18-гә тиклемге 95 мең үҫмер Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән. БР Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығы ошондай һанды килтерә. Электрон сервистарҙы үҫтереү – “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) төп бурыстарының береһе.

Республиканың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Г. Разумикин асыҡлауынса, йәштәр Дәүләт хеҙмәттәрен күберәк көндәлек тормошта ҡуллана. Был айырыуса электрон мәктәп көндәлегенә ЕСИА-лағы иҫәп яҙмаһы (учетная запись) аша инеү булдырылғас көнүҙәккә әйләнде.

– Үткән осор менән сағыштырғанда, үҫмерҙәр аккаунттары һаны 34,9 процентҡа артты, – тип белдерҙе ул.

Порталда иҫәп яҙмаһы булыуы үҫмерҙәргә федераль һәм республика кимәлендәге күп электрон сервистар менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, улар электрон көндәлеккә үҙҙәре инә һәм уҡытыусы ҡуйған билдәләр, өйгә бирелгән эште ҡарай ала, уҡыу йортона инеү тураһында мәғлүмәт алыу, онлайн-курстарға яҙылыу, “Пушкин картаһы” алыу форсатына эйә була.

Иҫәп яҙмаһын уҡыусы бала үҙе йә ата-әсәһе теркәй ала. Атаһы йә әсәһе 14 йәшкә тиклемге баланы үҙ иҫәп яҙмаһына беркетә йә шәхси кабинеты аша теркәй икән, баланыҡы был осраҡта автоматик рәүештә иҫбатлау ала. Ата-әсә аша алынған иҫәп яҙмаһы балаға 14 йәш тулып, ошонан һуң 90 көн үткәнсе ғәмәлдә тип һанала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/788448

bashgazet.ru

Республиканан 95 меңдән ашыу үҫмер Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән
Республиканан 95 меңдән ашыу үҫмер Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән
Автор:
Читайте нас