Тыумышы менән Бишбүләк районынан булып, тәүҙә Өфөлә юрист булып эшләгән В. исемле ҡыҙ былтыр июлдә Таиландҡа китә. Унда Өфө адвокаты И.-ның ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Декабрҙә ҡыҙ туғандарына яңы адресын хәбәр итә һәм шул уҡ көндө ағаһынан 300 мең һум аҡса һорай. Әммә... шул мәлдән юҡҡа сыға, бәйләнеш өҙөлә.
Ике туғаны Таиландтағы ирекмәндәргә В.-ны эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм уның 27 декабрҙә үк вафат булып, исемһеҙ ҡәберлектә ерләнгәнен белә. Йәнәһе, ҡыҙ йөрәге туҡтауҙан үлә. Әммә был ваҡиғала сәйер мәлдәр күп. Шул көндө В. менән И. ныҡ итеп талашҡандар, имеш. Ҡыҙҙы тимер ултырғыс менән туҡмағандар. Һәм шул мәлдән И. лә бәйләнешкә сыҡмай.
И. үҙе әлеге мәлдә тай төрмәһендә ултыра тигән мәғлүмәт бар. Ә ҡыҙ менән егет 2025 йылдың октябрендә Татарстан судында ҡарала башлаған эштә бөлгөнлөккә төшкән заводҡа аҡса ҡайтарырға тейеш кешеләр исемлегендә тора. Тикшереү ысын сәбәптәрҙе асыҡлар тип көтөлә.
Алыҫ илдән яҡташ ҡыҙҙың кәүҙәһен алып ҡайтыу бик ҡыйбат тора. Туғандары ниндәй ҡарар ҡабул итер - билдәһеҙ.
Фото: соцселтәрҙән.
bashgazet.ru