Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
14 Апреля , 04:05

Районда мәҙәни тормош йәнләнер

"Ғаилә" милли проекты Миәкә район мәҙәниәт һарайына ла ҙур ҡыуаныс килтергән: коллектив конкурста еңеп, өс миллион һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән.

Районда мәҙәни тормош йәнләнерРайонда мәҙәни тормош йәнләнер
Районда мәҙәни тормош йәнләнер

Быға тиклем тормошҡа ашырылып килгән “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса атҡарылған күләмле эштәр былтырҙан алып “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы бойомға ашырылғанын беләбеҙ. Ошо арала милли проект Миәкә район мәҙәниәт һарайына ла ҙур ҡыуаныс килтергән: улар конкурста еңеп, өс миллион һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән. Аҡсаны матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтеү планлаштырыла.

Мәҙәниәт йорто техник ҡорамалдарын яңыртыуға тотонған да инде. Акустика системаһы комплекты – сабвуфер һатып алынған, оҙаҡламай тауыш көсәйткестәр ҡайтарылырға тейеш. Хәҙерге заманда ниндәй ҙә эште компьютерһыҙ башҡарыуҙы күҙ алдына килтереүе ҡыйын, шуға ла яңы ноутбук мәҙәниәт йортонда ижади бурыстарҙы хәл итеүҙә ярҙамлаша. Ул видеомонтаж, фотоһүрәттәрҙе мөхәррирләү, афишалар эшләүҙә, саралар ваҡытында проекттарға тоташыуҙа ҡулланыла.

Әлбиттә, бындай ярҙам үткәрелгән сараларҙың кимәлен күтәрергә, тимәк, миәкәләрҙең мәҙәни тормошон йәнләндерергә ярҙам итере шикһеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: vk.com/rcntufa

Районда мәҙәни тормош йәнләнер
Районда мәҙәни тормош йәнләнер
Автор:
Читайте нас