Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
24 Апреля , 04:36

Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр

Бөтә Рәсәй "экологтар көнө" сиктәрендә Балалар ижады үҙәге уҡыусылары ысын мәғәнәһендә был көндө күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙе.

Йәш экологтар көнөн билдәләнеләрЙәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр

Изге эштәргә хатта ямғыр һәм һалҡын һауа торошо ла ҡамасаулай алманы. Балалар ҡшы кәйеф менән тәүҙә экология тураһындағы видеояҙмаларҙы ҡараны, һөйләшеү барышында тәбиғәтебеҙҙе нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт алды. Һуңынан һәммәһе лә Балалар ижады үҙәгенең яҡын-тирәләге биләмәһен йыйыштырға юлланды. Һауа торошо ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем тырышып эшләне сөнки эргәлә дуҫтар һәм донъяны таҙартыу теләге көслө ине. Өмәнән һуң барыһы ла тамаша залына йыйылды: экологик йомаҡтарға яуап эҙләнеләр, уйнанылар һәм шаярҙылар. Был көн күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды. 

Бөгөн балалар тәбиғәт тураһында хәстәрлек күреүҙән үҙҙәре лә яҡшы кәйеф алды һәм бер-береһе менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.

https://vk.com/public144264663

 

Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Йәш экологтар көнөн билдәләнеләр
Автор:
Читайте нас