Дим буйҙары
+14 °С
Облачно

Ут бер кемде лә аямай...

Бөгөн төндә Өфөлә Һәм Учалы районында янғындарҙа дүрт кеше һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

Ут бер кемде лә аямай...Ут бер кемде лә аямай...
Ут бер кемде лә аямай...

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бөгөн төндә Өфөлә Октябрь проспектындағы күп фатирлы йортта өс бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан. 20 квадрат метр майҙандағы йорт мөлкәтенә ут зыян килтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 55 йәшлек ирҙең һәм 52 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған.

МЧС белгестәре 26 кешене ҡотҡарған, уларҙың алтауһы — балалар, - тип билдерә ҡотҡарыусылар. Шул уҡ төндә Учалы районының Илтенбай ауылында шәхси бүрәнә йортта йәнә янғын сыҡҡан. Ҡоролмаларҙы һүткәндә янғын һүндереүселәр 1948 һәм 1975 йылда тыуған ике ҡатындың кәүҙәләрен таба. Ике янғын да һүндерелгән. Урындарҙа тәфтишселәре һәм оператив-тикшереү төркөмө эшләй.

Ут бер кемде лә аямай...
Ут бер кемде лә аямай...
Автор:
Читайте нас