Ауылдың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән "Ҡыҙҙар-йондоҙҙар" төркөмө махсус хәрби операция башланғандан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә улар алғы һыҙыҡҡа тиҫтәләгән маскировка селтәре әҙерләп ебәргән. Бындай селтәрҙәр, һис шикһеҙ, хәрбиҙәр өсөн кәрәк. Был бик ҙур ярҙам, сөнки дөрөҫ яһалған маскировка пилотһыҙ камераларҙан һәм дошмандың башҡа күҙәтеү һәм разведка системаларынан йәшереп, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала.
Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар бының менән генә сикләнмәй, район күләмендә үткәрелгән акцияларға ла теләп ҡушыла. Һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡтар йыйыу, өй туҡмасы, үләндәрҙән сәйҙәр, окоп шәмдәре әҙерләйҙәр һәм МХО-лағыларға ярҙам йөҙөнән ойошторолған йәрминкләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Ошондай изге эштәре яугирҙәрҙең рәхмәт һүҙҙәре булып ҡишетелгәс, тағын да дәртләнеп эшләйҙәр.
фотолар "Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк" төркөмөнән.