Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Файҙалы эштәр йылы
17 Сентября , 14:45

Баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙө

Ринат Вахитовтың Ерекле ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығында эштәр йылдам бара

Баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙөБаҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙө
Баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙө

Башҡортостанда урып-йыйыу эштәренең 72 проценты тамамланған. Игендең тулайым йыйымы 2,5 млн һумдан артып киткән. бер гектарҙан 28,3 центнер уңыш алынған. Бөгөнгө көнгә Бишбүләк районында иген культураларының 85 проценты сабылған, ә 84 проценты һуҡтырылған. Тулаем йыйым 50 100 тонна тәшкил итә. Ҡайһы бер хужалыҡтар, урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән, көҙгө культураларҙы сәсеүҙе һәм туңға һөрөүҙе тамамлап, техник культураларҙы йыйыуға керештeләр. Беренсе булып Тулыбай ауылынан Рафил Арыҫланов, Каменканан Анатолий Трофимов, Дим ауылынан Азат Минәхмәтов, Лысогорканан Сергей Антонов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында Дүсән ауылындағы «Марс» йәмғиәтендә тәүгеләрҙән булып көнбағыш йыйыуға сыҡҡандар.

Быйыл Ринат Вахитовтың Ерекле ауылындағы крәҫтиән фермер хужалығында эштәр яҡшы бара, heм йыл һайын техника яңыртылып тора. Һыйыр малы буйынса ла алдынғыларҙан иҫәпләнә. Сәсеү эштәре алдынан «Фиат» сәсеү комплексы һатып алынған. Хужалыҡта ҡеүәтле К-700 тракторы тулыһынса модернизацияланған. 2026 йылда яңы GS-12 ашлыҡ йыйыу комбайны һатып алынған. Бигерәк тә был сезонда иген культураларының уңышы яҡшы булған. Көҙгө арыш 170 гектар майҙанда сәселгән. Уңдырышлылыҡ — гектарҙан 30 центнер, ә һуҡтырыу — 510 тонна. Көҙгө бойҙай ҙа һәр гектарҙан 30ар центнер уңыш биргән, ул 315 тонна һуҡтырылған. 120 гектарҙағы һоло hәр гектарҙан 20 центнер уңыш менән һөйөндөргән.

— Хужалыҡта иген культуралары йөҙ процент йыйылды, — тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Ринат Самат улы. — Ошо көндәрҙә көнбағыш йыйыуға тотонасаҡбыҙ. Был техник культураның сәсеүлектәре 450 гектар майҙанда. Беҙҙең механизаторҙар, алты йөҙ гектарҙан артыҡ ерҙе туңға һөрҙө. Бөгөнгө көндә сәсеү комплексында Артур Сергеевич Азанов Никита Евгеньевич Владимиров менән көҙгө арыш hәм көҙгө бойҙай сәсә. Улар аикеһе лә Баҙлыҡ ауылында тыуғандар hәм К-700 тракторҙарында бик яуаплы, намыҫлы эшләйҙәр. Егерме алты йәшлек Никита Владимиров ябай хеҙмәт һөйөүсән күп балалы ғаиләнән, 2019-2022 йылдарҙа РФ Ҡораллы Көстәрендә Байкал аръяғында хеҙмeт иткән. Хеҙмәт иткән вакытта контрактҡа ҡул ҡуйып, беренселәрҙән булып МХО зонаһына хеҙмәт итeргә эләгә. Контракты тамамланғандан һуң, армияла ҡала. Ул һуғыш хәрәкәттәре ветераны hәм беҙҙең хужалыҡта икенсе сезон эшләй. Һүҙен йомғаҡлап, Ринат Вахитов малсылыҡ тураһында ла әйтеп үтте. Хужалыҡта ит йүнәлешендәге алты йөҙгә яҡын һыйыр малы бар. Бының өсөн йәйге сезонда көҙгө-ҡышҡы сезонға етерлек күләмдә ҡоро һәм һыуһыл аҙыҡ 600 тонна сифатлы бесән, өс мең тоннаға яҡын сенаж, етeрлек күләмдә һалам әҙерләнгән. Ҡыҫҡаһы, үҫемлекселектәге яҡшы күрһәткестәр бөгөн малсылыҡ тармағын үҫтереүгә лә ыңғай йоғонто яһай.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙө
Баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙө
Баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрҙө
Автор:
Читайте нас