

Ғабдулла Әхмәтшин Бишбүләк районы Яңы Бикташ ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Йәрмәкәй район гәзитенең яуаплы секретары булып эшләй, артабан «Йәш төҙөүсе»нең мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Ғабдулла Әхмәтшин фронтҡа китә һәм, 1942 йылда Черкасск пехота училищеһын тамамлап, рота менән командалыҡ итә. Ике тапҡыр яралана.
1943 йылдан ул — дивизия гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, һуңынан 3-сө Украина фронты «Советский воин» гәзитенең хәбәрсе-ойоштороусыһы була. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
1946 йылдан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләй, бер үк ваҡытта К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, 1953 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
1953-1956 йылдарҙа Ғабдулла Әхмәтшин «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, һуңынан «Һәнәк» журналы редакцияһында бүлек мөдире була.
Әҙиптең таланты айырыуса драматургияла асыла. Ул төрлө йылдарҙа «Тальян гармун», «Ялан еле», «Күҙ нурым», «Юғалған хаттар», «Мөхәббәт исеменән», «Онотмағыҙ беҙҙе, туғандар», «Яр буйында усаҡтар» пьесаларын ижад итә.
Ғабдулла Әхмәтшин шулай уҡ тәржемә өлкәһендә лә эшләй: А.Чехов, И.Тургенев, И.Василенко, Е.Шварц әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
Башҡорт мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн Ғ.Әхмәтшин Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
1984 йылдың 25 майында вафат була.
Ҡайттыҡ тыуған яҡҡа
Ҡайттыҡ тыуған яҡҡа, һеҙҙе һағынып ҡайттыҡ,
Күктә ҡабыналар йондоҙҙар.
Күкрәктәрҙә янған йондоҙ уйнатырлыҡ,
Һеҙҙе йырлатырлыҡ ҡайнар хистәр бар.
Ҡайттыҡ тыуған яҡҡа, һеҙҙе һағынып ҡайттыҡ,
Ерҙе балҡыталар шатлыҡтар.
Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә беҙҙе ярһытырлыҡ,
Беҙҙе йырлатырлыҡ ҡайнар һөйөү бар.