Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Июль 2018, 19:53

Башҡортостанда 800 самаһы ғаилә «Торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы» программаһы ярҙамында үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда 800-гә яҡын ғаилә «Торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы» программаһы ярҙамында үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Башҡортостандың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов инвестиция банк продукттары буйынса Рәсәй банктары ассоциацияһы комитеты ултырышында ошо хаҡта һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, төбәктә программа 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. «Әлеге ваҡытта 800-гә яҡын ғаилә үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан да инде, банктар аҡса йыйыуҙы тамамлаған тағы 300 самаһы гражданға йылына 7% менән ипотека кредитын алыуға ризалыҡ биргән», — тип билдәләне республика вәкиле.

Торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы системаһы сағыштырмаса ҡиммәт булмаған ресурстар йәлеп итеү һәм клиент өсөн конкуренция күҙлегенән банктар өсөн бик ҡулай. Программа махсус шарттар тәҡдим итергә әҙер төҙөүселәрҙе йәлеп итә, сөнки түләргә һәләтле клиенттар пулына иҫәп тота ала.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, Рәсәй банктары ассоциацияһы вәкилдәре билдәләүенсә, Башҡортостан тәжрибәһе бюджет өсөн аҙыраҡ сығымлы граждандарға дәүләт ярҙамы механизмын күрһәтә, һәм уны башҡа төбәктәрҙә туплау-торлаҡ финанслау программаһын башлау механизмын стандартлаштырғанда файҙаланырға кәрәк.
Читайте нас: