Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Март 2019, 13:11

Төп маҡсат - донъя баҙары!

Был йәһәттән сит ил ҡунаҡтары Башҡортостандың мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

12 мартта Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс-2019” халыҡ-ара күргәҙмә асылды. Аграр форум Рәсәйҙә иң эре һәм әһәмиәтле сара булып тора. Экспозицияларҙа Рәсәй һәм сит илдәрҙән 350-ҙән ашыу ауыл хужалығы тармағы менән бәйле компаниялар ҡатнашты. Мәртәбәле сараны асыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов, Чехияның аграр ведомство башлығы урынбаҫары Павел Весело, Австрияның Тотороҡло үҫеш һәм туризм мәсьәләләре буйынса министрлығының генеральный секретары Йозеф Планк, “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте генеральный директорының беренсе урынбаҫары Владимир Балтер, Германияның федераль ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы вәкиле Мартин Шюсслер һәм Юғары иҡтисад институты үҙәге директоры Александр Чулок ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Йыл һайын Башҡортостанда үтеүсе аграр форумдың әһәмиәте Рәсәйҙә генә түгел, ауыл хужалығы бизнесы буйынса донъя баҙарында билдәле урын тотҡан сит ил компаниялары өсөн дә мөһим. Европа илдәренән ҡатнашыусылар һаны артыу ҙа шуны күрһәтә. Быйыл, мәҫәлән, был исемлекте Австрия тулыландырҙы. Чехия вәкил¬дәре Башҡортостанға икенсе йыл рәттән килде.— Беҙ быйыл да Өфөгә хеҙмәт¬тәшлекте һәм килешеүҙәрҙе нығытыу өсөн килдек. Рәсәйҙең бар яҡлап та тотороҡло төбәгендә яңы дуҫтар табасағыбыҙға ла өмөт ҙур. Башҡортостан ышаныслы рәүештә Бөтә донъя сауҙа баҙарына атлай, — тине журна¬листар менән осрашыуҙа Чехияның аграр ведомство башлығы урынбаҫары Павел Весело.

Австрия делегацияһы етәксеһе Йозеф Планк, Рәсәйҙең Австрия аграр экспортындағы өс ҙур илдең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Башҡортостандағы осрашыуҙарҙың тағын да һөҙөмтәлерәк буласағына ҙур ышаныс белдерҙе.

— Форумда Рәсәй фермерҙары яҡын киләсәктә донъя аграр баҙарында лидер була аласаҡмы, тигән һорауға ыңғай яуап табырға тейешбеҙ. Был темаға ойошторолған пленар улты¬рышта беҙҙең почетлы ҡунаҡтарыбыҙ — Австрия, Германия һәм Чехиянән килгән партнерҙарыбыҙ ҡатнашасаҡ һәм ауыл хужалы¬ғындағы глобаль мәсьәләләр буйынса үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаклашыр тип ышанам, — тине форумды асыу тантанаһында Илшат Фәзрәхманов.

Пленар ултырышта Рәсәй фер¬мерҙар хәрәкәтен үҫтереү, етеш-тереүҙәге яңы мөмкинлектләрҙе ҡулланыу, Башҡортостанда аграр тар¬маҡтың үҫеш перспективалары тураһында һүҙ барҙы. Ведомство башлығы Илшат Фәзрәхманов билдә¬ләүенсә, республикала аграр сеймал етештереүҙе 2,5-3 тапҡыр арттырыу мөмкинлеге бар һәм төбәк халҡы көн һайын 1 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек ҡуллана икән, әлбиттә, тәү сиратта, үҙебеҙҙең экологик яҡтан таҙа продукцияға өөтөнлөк бирелергә тейеш. Был етештереүҙе арттырыуға ла этәргес бирәсәк. Сит ил ҡунаҡтарының сығышында ла үҙҙәрендә күберәк урындағы етештереүселәр продукцияһына өҫтөнлөк бирелеүенә баҫым яһалды. Шуныһы ла мөһим яңылыҡ булып яңғыраны, хәҙер аграрийҙарҙың “Росагролизинг” йәмғиәте аша лизингҡа техника һатып алфу шарттары яҡшырҙы. Илшат Фәзрәхманов билдәләүенсә, уҙған йылдан алып лизингҡа алынған техникаға субсидиялар бирелә башланы. Ошо ваҡыт эсендә республикаға лизингҡа 2 меңгә яҡын берәмек техника ҡайтарылды.

Мәскәү ҡунағы Александр Чулок билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылға аграр етештереүҙе әлеге күләмдән байтаҡҡа арттырыу, экспорт дәрәҗәһен күтәреү бурысы ҡуйҙы. бындай бурыс берәүҙәр өсөн — трамплин, ә икенселәргә, ғөмүмән, “упҡын” булыуы ла ихтимал. Әлбиттә, Башҡортостан өсөн беренсеһе хуп¬ланасағына иманым камил. Сөнки бында етештереүҙе экологик яҡтан таҙа, кешеләр сәламәтлеге өсөн хәүефһеҙ технологияларға күсереү, илдең эске баҙарында ғына түгел, ә донъя күләмендәге сауҙаға ышаныслы ынтылыш күренә.

Халыҡ-ара форум 15 мартка тиклем дауам итә.

“Ҡыҙыл таң” гәзитенән.
Читайте нас: