Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Май 2019, 17:45

Себеште көҙ һанайҙар

Йәйге мәлдә ҡош-ҡорт алмаған кеше һирәктер. Бройлер себештәрен көтөп ҡарамаған ғаилә һирәктер. Тик күптәр һатып алған себештәрҙең үлеп бөтөүенә зарлана. Тимәк, уларҙы дөрөҫ итеп һайлап алырға һәм ҡарарға кәрәк.

Сәләмәт себештәр әүҙем була, тауышҡа иғтибар итә. Уларҙың эсен һаҡ ҡына һыйпап ҡарарға кәрәк, ул йомшаҡ ҡына булырға, кәпәйеп тормаҫҡа тейеш. Ит өсөн сығарылған тоҡомло себештәрҙең генә эсе бер аҙ ҙурыраҡ булыуы мөмкин. Сәләмәт ҡошсоҡтарҙың ҡанаттары ҡайырылып йәки осорға әҙерләнгән кеүек тормай, уларҙың һылашып тороуы яҡшы күрһәткес. Һәйбәт себештәр һәр ваҡыт аяҡтарында ныҡ тора, ауа-түнә ҡыбырлағандарын һайламағыҙ. Инкубатор ҡошҡортоноң әүҙемлек кимәлен тикшереү өсөн бер ысул бар – бер нисәһен картон һауыт эсенә ултыртып, һауыт тышына ныҡ ҡына һуғып ҡарарға кәрәк – әүҙем себештәр тауыш килгән яҡҡа елдереп барасаҡ. Әйткәндәй, себештәрҙе һатып алғандан һуң йортоғоҙға алып ҡайтып еткәнсе картон һауытта ғына тотоғоҙ. Унда һауа инһен өсөн тишектәр эшләргә кәрәк.

Тәүге өс-биш көндә аҫтарына ҡағыҙ йәйеп, ҡош-ҡорт өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡ, кукуруз ярмаһы һибергә кәрәк. Сипылдаҡтар бындай иҙәндә рәхәтләнеп соҡона ала, аяҡ аҫты ла ҡоро ҡала. Себештәрҙе һыуыҡ иҙәндә ашатмағыҙ, һалҡын тейәсәк. Улар бер ваҡытта ла эсәр һыуына баҫмаһын, үҙ бысрағын ашаған тауыҡтарҙың ашҡаҙаны тиҙ генә боҙола. Себештәргә ике аҙна самаһы тулып уҙғас, профилактика өсөн марганцовка иретмәһе эсерәләр.

Себештәр яҡшы үҫһен өсөн өс нәмә кәрәк – йылылыҡ, ҡоро иҙән һәм яҡтылыҡ. Шуға ла улар эсергә тейешле һыу һауытын ентекләп һайлағыҙ – түгелеп ятырлыҡ булмаһын. Һауыт эсенә себештәр инеп баҫырлыҡ булмауы хәйерле. Сөнки иҙән дымланасаҡ, ә дымлы иҙән – бәләкәй ҡошсоҡтарҙың дошманы. Яҡтылыҡ өсөн ҡулланылған лампа 40 вт самаһы булырға тейеш һәм металлик сағылдыртҡысы булыуы яҡшы. Себештәр тотолған иҙәнгә түшәү өсөн ағас онтағын ҡулланырға була. Торф та һалырға мөмкин, әйткәндәй, уны һуңынан баҡсала ашлама итеп ҡулланыу бишләтә файҙалы ғына. Тик онотмағыҙ – ағас онтағын да, торфты ла дымланмаһын өсөн йыш ҡына алмаштырып тороғоҙ. Себештәрҙе алыу менән уларға антибиотиктар эсереү талап ителә. Улар ампулаларҙа һатыла, ветеринария киоскыларынан һораһағыҙ, барыһын да аңлатып бирерҙәр.

Себештәрҙе оҙаҡ бешерелгән һәм ҡабығы менән ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа менән һыйлай башлайҙар. Тәүҙәрәк бер йомортҡа 25 тирәһе себешкә етә. Һәм, әлбиттә, тары ярмаһын онотоп ҡуймағыҙ. Уны тоҙһоҙ, айыртылмаған һөт һалып бешерәләр. Бутҡаға кукуруз, бойҙай кеүек ярмалар ҙа бара. Бутҡа ҡуйы ғына булырға тейеш. Себештәргә ойоған һөт тә эсергә ярай, уны сынаяҡ аҫты кеүек һауыттарҙа бирәләр. Себештәргә биш көн булғас, ваҡланған аҡбур, ағас күмере һәм йылға ҡомо бирергә мөмкин. Был эште артыҡ һуңлатмай ҙа, ашыҡмай ҙа башҡарыу яҡшы. Сөнки был ваҡыт себештәрҙең үҫешендә ҙур роль уйнаған мәл. Аҙыраҡ торғас, йәш кесерткән, клевер, люцерна кеүек файҙалы үләндәр ҙә ашатыла. Был һутлы аҙыҡтарҙы ваҡ ҡына итеп турап, дымлы һауыттарға һалып ултырталар. Тыуғандан һуң тәүге ун көндә себештәрҙе ике сәғәт һайын ашаталар. Һуңынан бер айға тик лем – өс сәғәт һайын. Артабан инде себештәр дүрт сәғәттән һуң ғына асыға. Төнгөлөккә иҙелгән бойҙай һалалар. Себештәр менән күркәләрҙең һауытында һәр ваҡыт ҡоро аҙыҡ тороуы һис тә ҡамасауламаҫ. 10 себеш 50 г эремсеккә һалып буталған 50 г самаһы ярма менән дә туйына ала.

Йылы һәм ҡоро көндәрҙә себештәрҙе өс көндән һуң тышҡа сығара башларға мөмкин. Ләкин улар ҡояш аҫтында түгел, күләгәлә генә тотола. Тәүҙә тышта ярты сәғәт самаһы ғына ҡалдыралар. 35-45 көндән башлап, көндәр матур торһа, сырҡылдаҡтарҙы көн буйына тышҡа ебәрергә лә була. Әйткәндәй, ҡаҙ һәм өйрәк бәпкәләре тауыҡ менән күркәнекенә ҡарағанда күпкә сыҙамыраҡ, ныҡлыраҡ. Уларҙы тышҡа тағы ла иртәрәк сығарырға мөмкин. Себештәр өсөн йәшел үлән бик файҙалы. Шуға ла асыҡ һауаға сығыуҙы әллә ни кисектермәҫкә кәңәш итәбеҙ. Себештәрҙе тышта ағастан йәки тимерҙән эшләнгән ситлек эсендә тоталар. Уның өҫтөн фанера йәки йоҡа таҡта менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Был мотлаҡ, сөнки себештәр ҡояшҡа яныусан. Улар туранан-тура төшкән ҡояш нурҙарына сыҙай алмай. Шулай уҡ ныҡ елле һәм ямғырлы көндәр ҙә себештәр файҙаһына түгел. Ҡайһы берәүҙәр ҡошсоҡтарҙы сыныҡтырырға кәрәк тип һанай. Бер йәй эсендә генә үҫеп, көҙ етеү менән һуйыласаҡ себештәр өсөн сыныҡтырыу әллә ни талап ителмәй. Ә бына уларҙы һаҡлап ҡалыу мотлаҡ. Ямғырҙа һыуланһа, ысыҡлы үләндә йөрөһә, себештәр сирләйәсәк. Себештәрҙе алты аҙнаға тиклем ныҡ йылы урында йәшәтәләр. Тәүҙәрәк бәләкәстәр көн күргән урын 32-36 градусҡа тиклем йылытыла. Һуңынан йылылыҡты аҙна һайын өс градус самаһы төшөрә баралар. Тормоштарынан ҡәнәғәт булған себештәр артыҡ сырҡылдамай. Шулай булғас, себештәрҙең һеҙ ҡорған ояла нисек йәшәүенә ныҡлап иғтибар итегеҙ. Әгәр уларҙың барыһы ла бер урынға өймәкләшә башлай икән, тимәк, өшөйҙәр тигән һүҙ. Ә инде баштарын ҡалҡыта биреп, ауыҙҙарын ныҡ асып һәм ауыр итеп тын алһалар, тимәк, ояла артыҡ ныҡ эҫе. Ояны йылытыу өсөн махсус лампалар бар, электр йылытҡыстарҙы ла ҡулланырға мөмкин.

Йомортҡа һалыу өсөн аҫралған һәм һуйырға тәғәйенләнгән тауыҡтарҙың ашау рационы айырыла. Тауыҡтарҙың ике төрөнә лә үрҙә билдәләнгән аҙыҡтарҙы бирергә мөмкин. Ләкин һуйырға тәғәйенләнгәндәр тулыраҡ кәүҙәле булһын, тиҙерәк үҫһен тиһәгеҙ, улар өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡтар алырға кәрәк. Ҡатнаш аҙыҡтарға килгәндә, иң шәбе – кәрәкле матдәләрҙе тулыһынса туплағандарҙы алыу. Уларҙы башҡа аҙыҡтар менән бутап тороу мәшәҡәтле һәм хаталанып та китергә мөмкин. Эремсек ашатыу мотлаҡ, унда кальций күп, себештәрҙең һөйәктәре шәберәк үҫәсәк. Аҙыҡтың йәбешкәк түгел, таралып торғаны яҡшы. Себештәр эскән һыуға ҙур иғтибар кәрәк – бысраҡ йәки артыҡ ҡаты һыу эсеүсе тауыҡтарҙан әллә нимә өмөт итмәгеҙ.

"Һаҡмар" гәзитенән.
Читайте нас: