Октябрь айында Рәсәйҙә ризыҡтарға “светофор” тип аталыусы төҫлө маркировкаға ГОСТ ҡабул итеү фаразлана.
Төҫлө маркировкала ризыҡта аш тоҙо, шәкәр, май һәм трансмайҙар булыуы тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Уларҙың күләменә бәйле рәүештә, ризыҡ ҡабындағы вертикаль һыҙыҡ ҡыҙылға, һарыға йәки йәшелгә буяласаҡ
Бер төрлө составлы ризыҡтарҙы, эсә торған һыуҙы, ризыҡ ҡушылмаларын, махсуслашҡан продукцияны, шулай уҡ ҙур күләмдә критик әһәмиәтле матдәләр булған кондитер әйберҙәрен, татлы эсемлектәрҙе һәм сырҙарҙы маркировкалау күҙҙә тотолмай.
Туҡланыу һәм биотехнология Федераль тикшеренеү үҙәге әҙерләгән документ стандартлаштырыу буйынса Евразия советына кергән илдәрҙә: Рәсәйҙә, Әрмәнстанда, Белорусияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төрөкмәнстанда һәм Үзбәкстанда ғәмәлдә булырга тейеш.
“Светофор” йүнәлеше буйынса маркировкалауҙы етештереүселәр уҙған йыл уҡ керетә башланылар. Әлегә ул кәңәш булараҡ ҡына башҡарыласаҡ тиҙәр Роспотребнадзорҙа. Ләкин киләсәктә ул мәжбүри булырға мөмкин, тип аңлата Туҡланыу һәм биотехнологиялар үҙәге етәксеһе урынбаҫары Алексей Камбаров. Баҙар ҡатнашыусылары ла шунан ҡурҡа тип һыҙыҡ өҫтөнә алына.