Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июль 2019, 13:50

Юлдар көҙгөләй ялтырап торор

Быйыл Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә һәм реконструкцияһына 21,9 миллиард һум йүнәлтәләр.

15 июлгә ошоаҡсаның 4,5 миллиард һумы үҙләштерелгән, ул республика Юл фондының дөйөм суммаһынан 21% тәшкил итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Альберт Сөләймәнов сираттағы «Транспорт сәғәтендә» быйыл 1000 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы норматив хәлгә килтереләсәк тип һөйләне. Ағымдағы йылда 300 саҡрым төбәк юлы һәм 1300 погонлы метр оҙонлоҡта 13 күпер ремонтлана.

Сөләймәнов әйтеүенсә, республикала 11 300 саҡрым муниципаль һәм ауыл юлына ҡырсынташ һәм ваҡ таш һибеү талап ителә. Был эш муниципалитеттар менән берлектә әүҙем алып барыла ла инде.

Шулай уҡ республика ауылдарында, быйыл Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса эшләй башлаған, «Тыуған урам» республика программаһы буйынса үҙәк урамдарға асфальт түшәлә. Ошо программа ярҙамында 93 саҡрым ауыл юлы асфальтлы була.

Быйыл Ҡариҙел районында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер менән Ҡариҙел ауылының урау юлында 10 саҡрым юл участкаһы төҙөлөп бөтәсәк. Юл һәм күпер төҙөлөшө урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар йыл әйләнәһенә район үҙәгенә транспорт хәрәкәтен тәьмин итәсәк.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты шулай уҡ Өфөнән Көнсығыш юлды төҙөүгә кредитҡа 1,5 миллиард һум алырға күҙаллай.

Өфөлә Интернациональ урамы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер Черниковканы М7 трассаһы менән тоташтырасаҡ. Төҙөлөш хаҡы 8,3 миллиард һумға баһалана.

Юл хеҙмәткәрҙәре быйыл бер нисә яңы технологиян ҡуллана. Атап әйткәндә, Бөрө трактын ремонтлағанда яңы һыуыҡ ресайклинг технологияһы файҙаланыла. Яңы алымдың асылы махсус ресайклер машиналарын ҡулланыуҙа тора. Ул үҙенә бер төрлө тәгәрмәсле асфальт заводы.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы быйыл яҙғы осорҙа хәрәкәтте сикләгәндә Юл фонды 2018 йылға ҡарағанда 63 миллион һумға күберәк аҡса йыя алды тип билдәләне. Күп тонналы йөк автомобилдәренең Башҡортостан юлдары буйлап үткәнгә түләүҙәр суммаһы 97 миллион һум тәшкил итте.
Читайте нас: