Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Июль 2019, 08:57

Предприятиеларға яңы юлдар аса

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектына әле республиканың 28 предприятиеһы индерелгән.

Улар араһында “Искож”, “БАСЭТ”, “ОЗНА-Үлсәү системалары”, “Грайн” компанияһы”, “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш”, “Туймазытехуглерод” йәмғиәттәре һ.б. бар.

Милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә эксперттарҙың методологик ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Финанс яҡҡа килгәндә, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы займ рәүешендә биш йылға 50 – 300 миллион һум (йылына бер процент менән) биреү ҡаралған. Шулай уҡ предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн субсидия формаһында компенсация алыуға заявка яҙыу хоҡуғы бар.

Өҫтәүенә экспорт акселераторы линияһы буйынса “Етештереү лидерҙары” идара кадрҙары белем биреү программаһына ярашлы уҡыу үтергә, төрлө темаға үткәрелгән Рәсәй форумдарында, халыҡ-ара конференцияларҙа, стажировкаларҙа ҡатнашырға мөмкин.

“ОЗНА-Үлсәү системалары” йәмғиәтендә, мәҫәлән, һаҡсыл етештереү инструменттарын индереү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген 1,4 тапҡырға арттырыуға өлгәшелгән. Унда эш урындары 5С стандартына ярашлы ойошторолған, күсереү, ташыу йәһәтенән артыҡ мәшәҡәттәр бөтөрөлгән.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектында ҡатнашыу “ОЗНА” өсөн яңы мөмкинлектәр асты”, – тип белдерҙе компанияның генераль директоры Михаил Кравцов.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: