Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2019, 12:20

Республикала баҡыр-цинк ятҡылығы буласаҡ

Кисё республиканың Хәйбулла районында Подольск баҡыр-цинк ятҡылығының запастарын эшкәртеү һәм инфраструктура менән ер аҫты руднигы төҙөлә башланы.

Объекттың беренсе сиратын 2025 йылда сафҡа индереү, ә тормошҡа ашырыуҙы 2032 йылда тамамлау күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме Урал тау-металлургия компанияһының үҙенең аҡсаһына һәм йәлеп ителгән кредит ресурстары иҫәбенә 50 миллиард һум самаһы тәшкил итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 июндә Сибайҙа беренсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеү төҙөлдө. Документтарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм «УГМК-холдинг» компанияһының генераль директоры Андрей Козицын ҡул ҡуйҙы. Ә 9 июлдә Екатеринбургта «Иннопром» күргәҙмәһендә Урал тау-металлургия компанияһы һәм Һаҡлыҡ банкы проектты финанслай башлау хаҡында килешеү төҙөнө.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең сығышында бөгөн республика өсөн ҙур производствоның төҙөлә башлауын билдәләне.

«Бының республика биләмәһендә ғәмәлгә ашырылыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, улар — яңы эш урындары, инвестициялар, Хәйбулла районының һәм Башҡортостандың социаль үҫеше. Был республика биләмәһендәге берлектәге һуңғы проектыбыҙ булмаҫ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.

1971 йылда асылған ятҡылыҡта өр-яңы предприятие булдырыла. Рудник төҙөүҙән тыш, проектта яңы байыҡтырыу фабрикаһы, таҙартыу һәм һыу алыу ҡоролмалары комплексы, энергетика ярҙамсы станцияһы, шулай уҡ төрлө технологик, административ, көнкүреш биналары, ҡоролмалар һалыу ҡаралған. Предприятие тулы тәьмин ителешкә сығыу менән табыш күләме 4,3 миллион тоннаға етер, 1400 хеҙмәткәр булыр тип күҙаллана.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ятҡылыҡ 44 йыл буйына файҙаланылырға тейеш.

«УГМК-холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Козицын республика етәкселегенә проектҡа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Бөгөн беҙ ҙур, мөһим эшкә тотонабыҙ, был ер аҫты руднигы ғына түгел, ә ысын тау-байыҡтырыу комбинаты. Бында кешеләр ҙә, климат та һәйбәт, власть һәм бизнес берҙәм эшләй, был ошондай ҡатмарлы объекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә», — тине Андрей Козицын.
Читайте нас: