Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Ғинуар 2020, 13:57

Хуш, Ҡытай юлы!

Белеүебеҙсә. беҙҙең район аша Ҡытай юлы үтергә тейеш ине Ебәк юл тип аталған трасса илгә күп инвестициялар, эш урындары килтерер тип көттөк.

Крәҫтиәндәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе: ул юл үтһә, беҙ малдарҙы нисек ҡыуабыҙ, бер яландан икенсе яланға тракторҙар нисек күсер, бесән, көтөү ерҙәребеҙ нишләр, ҡытайҙар, башҡа халыҡ баҫып аласаҡ, беҙгә йәшәргә урын ҡалдырмаясаҡтар...
Кемдер ошолай борсолған – тынысланырға була. Булмаясаҡ Ҡытай юлы. Был трасса 2020 йылға төҙөлөп бөтөргә тейеш ине. РФ Контроль-иҫәп палатаһы киләһе йылда ғына түгел, тағы ла 7 йыл үтһә лә был юл әҙер булмаясаҡ, тип һөйөнсөләне. Быныһы бер. Икенсенән, Ҡытай юлын ҡасандыр төҙөп бөтһәләр ҙә, ул беҙҙең аша үтмәйәсәк. Тәүге вариантта трасса Татарстан, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе аша үтергә тейеш ине, аҙаҡ был проектты һыҙып ташлағандар – юл хәҙер Һамар тирәһенән буласаҡ, йәнәһе. Быныһы ярар, Ҡытай юлына кергән Күмертау – Баулы трассаһы проектын эшләй ҙә башлағайнылар, был эштәргә 300 млн. һумды тотоноп та өлгөргәйнеләр. Һыуға һалынды был аҡсалар. Был сумманан тыш тағы ла ерҙәрҙе межалау өсөн 102 млн. һумды һыуға һалып өлгөргәндәр икән.
Контроль-иҫәп палатаһы шулай уҡ ошоно асыҡлаған: быйыл Мәскәү- Түбәнге Новгород - Ҡазан юлына хөкүмәт 4,7 миллиард һум аҡса бүлергә тип ҡарар сығарған булған, әммә Финанстар министрлығы был сумманың бер тинен дә күсермәгән.
Ҡытай магистраленә бөтәһе 10 триллион һум сарыф ителергә тейеш (трасса оҙонлоғо 9,5 мең км.). Ҡытайҙар алйот халыҡ түгел, аҡса йәһәтенән дә, техник яҡтан да иҫәпләп ҡарағандар ҙа, был юл беҙҙең өсөн файҙалы булмай тигәндәр. Һәм 2017 йылда уҡ башҡа тарафтан юл һалғандар – Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Грузия, Төркиә аша.
Киләсәктә Ҡытай юлын күрербеҙме? Ай-һай. Ҡайҙалыр, ҡасандыр был юл ниндәйҙер мөғжизә менән төҙөлгән хәлдә лә, беҙҙең Башҡортостан еренән үтмәйәсәк.
Читайте нас: