Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Февраль 2020, 11:10

Тәүге поезд китте

"Гаазпром Нефтехим Салауат”компанияһының продукцияһы тейәлгән тәүге тиҙләтелгән контейнер поезы Финляндияға юлланды. Составтағы 108 танк -контейнерға ингибирланған винилбензол тултырылған.

Бындай контейнерҙар тауарҙы алып барыу ваҡытын 1,5-2 тапҡырға кәметә. Һөҙөмтәлә тиҙләтелгән поезд тейешле станцияға өс көндә барып етә.

Белгестәр әйтеүенсә, яңы тимер юлы сервисы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты талаптарына тулыһынса яуап бирә, ул экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Бындай поездар ике яҡ өсөн дә отошло, сығымдарҙы кәметә, арзанға төшә.
Киләсәктә химик йөктәрҙе бушатыу һәм артабан экспортҡа оҙатыу өсөн терминал селтәре үҫешкән Азов-Ҡара диңгеҙ бассейны йүнәлешенә лә ошондай тиҙ йөрөшлө поездар ебәреү күҙаллана.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.

Читайте нас: