Рәсәй Президентының күрһәтмәһенә ярашлы төҙөлгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында әле беҙҙең республиканан 57 ойошма ҡатнаша. Күпселекте сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш индустрияһы предприятиелары тәшкил итә. Быйыл был исемлекте тағы ла 20 предприятие тулыландырырға тейеш. Күптән түгел генә килешеүгә “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте ҡул ҡуйҙы.
Мәғлүм булыуынса, проектта ҡатнашыусылар етештереү процестарын ҡулайлаштырыуға бәйле эштәрҙе тормошҡа ашырғанда хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге эксперттарҙың ярҙамынан бушлай файҙалана ала. Шулай уҡ уларға Сәнәғәтте үҫтереү фондынан биш йылға иҫәпләнгән һәм йылына бер процентҡа арттырып түләү шарты менән 50–300 миллион һум күләмендә ташламалы заем биреү ҡарала. Бынан тыш, предприятиелар Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы тарафынан тормошҡа ашырылған “Етештереү лидерҙары” идара итеү кадрҙарын уҡытыу программаһында ҡатнаша ала. Уларға шулай уҡ экспорт ҡеүәтен үҫтереүҙә булышлыҡ күрһәтелә.