Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Март 2020, 13:25

Өс-ете йәшлек балалар өсөн тейешле түләүҙәрҙе нисек юлларға?

Йән башына тура килә торған керемдәре йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр 1 июль айынан 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалары өсөн айлыҡ түләүҙәр ала башлаясаҡ.

Аҙ керемле ғаиләлә 3-7 йәшлек балалар һаны бер нисә булған осраҡта, пособие һәр бала өсөн билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта граждандарыбыҙға быға ҡәҙәр төбәк дәрәжәһендә билдәләнгән түләүҙәр ҙә тулы күләмдә һаҡланып ҡаласаҡ.

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ғаиләгә бала өсөн айлыҡ түләүҙе рәсмиләштереү өсөн электрон рәүештә ғариза тапшырыу ҙа җитә. Ғариза формаһы – һәр кем өсөн бер үк төрлө, әллә ни күп мәғлүмәттәр күрһәтеү ҙә талап ителмәй. Бер ниндәй белешмәләр ҙә тапшырырға кәрәкмәй. Ведомстволар ғаиләнең керемдәре тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙҙәре һоратып аласаҡ һәм тикшерәсәк.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталы (Госуслуги) аша тапшырырға мөмкин. Әлеге порталда шәхси кабинеты булмаған кешеләр өсөн уны ғәҙәттәгесә – күп функциялы үҙәк йәки социаль яҡлау органдары аша тапшырыу мөмкинлегеле лә бар.

Бала өсөн түләү бер юлы бер йылға билдәләнә. Аҡса 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләнә. Йәғни балаһына 1 ғинуарға тиклем 3 йәш тулған ғаиләләр бер юлы 2020йылдың алты айы өсөн аҡса аласаҡ. Балаға ғинуар айынан июнь айына ҡәҙәр осорҙа өс йәш тулған осраҡта, ғаилә уға өс йәше тулғандан һуң түләү ала башлаясаҡ. Мәҫәлән, сабый апрель айында 3 йәшкә етһә, ғаиләгә ярты йылдың өс айы өсөн түләнә.

Пособие күләме бер балаға төбәктә йәшәү минимумы күләменең 50 процентын тәшкил итә. Ил буйынса алһаҡ, уртаса 5500 һум самаһы был. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, әлеге аҡса яҡынса 2 миллион балага биреләсәк.
vgoroden.ru сайтыннан
Читайте нас: