Иң ҙур һәм мөһим эштәрҙең береһе – Өфөлә инфекция үҙәге төҙөү.
"Был – бик әһәмиәтле төҙөлөш. Беҙ Хөкүмәткә һәм төҙөлөш комплексына бар яҡлап та ярҙам итергә әҙербеҙ. Бер нисә ай эсендә үҙәк төҙөлөп бөтөргә тейеш. Эйе, йылдар буйы түгел, ә ике-өс ай эсендә. Беҙ вирустың нисек килерен белмәйбеҙ, шуға ныҡлы әҙерлек кәрәк", – тине Радий Фәрит улы.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сирлеләр килеп сығып, арта башлау осрағына план булдырылған.
"Сирлеләр күбәйеп киткән осраҡта, Өфөләге 18-се һәм 8-се дауаханаларҙа өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Терапия һәм пульмонология бүлекселәрендә өҫтәмә урындар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта планлы медицина ярҙамы, планлы операциялар бер ни тиклем сикләнәсәк. Ашығыс ярҙам һәр кемгә тулыһынса күрһәтеләсәк", – тине министр.