Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Март 2020, 12:35

Ҡалтасы районында заманса һөт-тауар фермаһы эшләй башланы

Кисә, йәғни 17 мартта БР Башлығы Радий Хәбиров Ҡалтасы районының "Победа" ЯСЙ-һы һөт-тауар фермаһының беренсе сиратын сафҡа индереүҙә ҡатнашты.

Яңы малсылыҡ комплексы 1200 башҡа иҫәпләнгән. Ундағы эштәрҙең күбеһе автоматик рәүештә башҡарыла.
Дөйөм әйткәндә, агрохолдингының инвестпроекты 5000 баш һауын һыйырына фермалар, ҡаты сырҙар әҙерләү буйынса завод төҙөүҙе һәм Ҡалтасы, Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеларына модернизация үткәреүҙе күҙ уңында тота. Йылына 36 мең тонна һөт ҡеүәтле комплексҡа дөйөм инвестициялар күләме 2,3 млрд һум тәшкил итәсәк. Пландарҙа - 170 яңы эш урыны булдырыу.
Был проект 2018 йылдың декабрендәге бер инвестсәғәтендә ҡаралды һәм республиканың Инвестициялар комитетынан юғары баһаланды. БР Башлығы ла ферма төҙөлөшө менән үҙенең эш сәфәрендә танышты.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас: