БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда республика проекты өсөн федераль бюджеттан — 2,2 млрд һум, ә 2022 йылда 8 млрд. һум аҡса алыуы күҙаллана.
1,2 километр туннель, Ҡариҙел йылғаһы аша эстакадалы күпер һәм М-5 трассаһына тиклем юл 33,5 млрд һумға төшәсәк. Төҙөлөш 4 йыл барырға тейеш.
Мәғлүмәттәргә ярашлы, транспорт коридорын булдырыу өсөн федераль бюжеттан 19,99 млрд һум бүленеүе көтөлә. 4,5млрд һумы — республика, 9,1 млрд һумы башка бюджеттан керәсәк.
Иҫәпләүҙәргә ярашлы, Көнсығыш юлы файҙаланыуға тапшырылғас, юл түләүле булғанда ла, унан тәүлегенә 20 меңгә ҡәҙәр автомобиль үтәсәк. 2037 йылға тәүлек эсендәге хәрәкәт 35 мең машинаға етәсәк тип күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, ил президенты Владимир Путиндың “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында юл төҙөлөшө программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.