Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Март 2020, 11:20

Рәсәй Италияға ярҙам күрһәтәсәк.

Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин һәм Италия премьеры Джузеппе Конте телефон аша коронавирусҡа ҡаршы көрәш хаҡында һүҙ йөрөттө. Һөйләшеү Рәсәй инициативаһы менән уҙҙы. Рәсәй Италияға ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.

Кремелдән хәбәр итеүҙәренсә: “Нигеҙҙә тарнспортты һәм биләмәләрҙе аэрозоль дезинфекциялау, медицина һәм башҡа ҡорамалдар менән тәьмин итеү, шулай уҡ Рәсәй белгестәрен илдең эпидемиянан күп зарар күргән төрбәктәренә ебәреү ҡарала”.
Джузеппе Конте ошондай ауыр мәлдә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуы өсөн Рәсәйгә рәхмәтен белдерҙе.
Италияла һуңғы тәүлектәрҙә коронавирустан 8000 кеше үлгән. Тотош илдә эпидемия ҡорбандары һаны 4825-кә етте. Әле ауырыусыларҙың һаны - 42681. Һауығыусылар һаны 6000-дән ашты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: