Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Март 2020, 17:05

Ҡеүәтле техника ҡайтарылған

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, былтыр республиканың Урман хужалығы министр­лығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды. Ишембай районындағы Маҡар урман хужалығына ла әлеге программа буйынса бөтәһе 46,5 миллион һумға торошло техника алынған, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

Улар араһында һабан, культиватор, кәҫ аҡтарыу кеүек урман тергеҙеү техникаһы, “Беларусь-82.1” тракторы, тағыл­ма, ҡыуаҡ ҡырҡҡыс, ағас әҙер­ләүгә тәғәйенләнгән “Харвестер Амкодор 2521”, “Форвардер Амкодор 2662-01” кеүек ҡеүәтле сит ил автомобилдәре бар.

Беҙ барғанда, Маҡар урман хужалығы Верхотор участ­ка­һының диләнкәһендә эш ҡай­най ине. “Форвардер Амкодор 2662-01” автомобилендә оператор-машинист Айҙар Мөхә­мәт­йәнов ағас тейәй. Ул сығы­шы менән Кинйәбулат ауылынан, яңы техникала эшләргә са­ҡырғастар, ҡуш ҡуллап риза булған. “Урман хужалығы опе­ра­тор-машинист һөнәренә уҡыт­ты. Яңы техникала эшләүе рә­хәт, йылы кабина, музыка, ел­лә­теү системаһы кеүек бөтә уңай­лыҡтар ҙа бар. Хеҙмәт ха­ҡы­на ла зарланмайым”, – ти Айҙар.
Читайте нас: