Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Март 2020, 17:20

Беҙҙә күпме йәнлек һәм ҡош бар?

Башҡортостанда биш тәбиғәт паркы һәм 27 заказник биләмәһендә ҡырағай йәнлек һәм ҡоштар өсөн ҡышҡы маршрут иҫәпләүе үткәрелде.

Быйыл айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәр биләмә өсөн 35 махсус маршрут әҙерләгән, улар буйынса йәнлектәрҙең эҙҙәре һаналған һәм күҙ менән ҡарап ҡоштар теркәлгән.
- Ҡышҡы маршрут иҫәбе алымы Башҡортостанда күп йылдар ҡулланыла. Ул һунар ресурстары һанын һәм таралыуын асыҡлай, уларҙың дөйөм хәлен күрһәтә һәм төрҙәр буйынса үҙгәрештәр динамикаһын билдәләй. Бынан тыш, инспекторҙар ҡарап ҡоштар һанын теркәй, ҡарҙағы йәнлектәр эҙҙәре буйынса уларҙың тәүлек эсендәге әүҙемлеген өйрәнә, - тине министрлыҡтың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәрит Абдуллин.
Ошо алым ярҙамында йыл һайын 18 төрҙән ашыу һунар йәнлектәре һаны билдәләнә. Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә инспекторҙар йәнлектәрҙең һанын ғына түгел, ә йәшәгән урындарын да асыҡлай ала. Шулай уҡ ҡырағай йәнлектәр популяцияһы үҙгәреше лә өйрәнелә. Иҫәпләү һөҙөмтәләре апрелдә билдәле буласаҡ.
Белгестәр күҙәтеүе буйынса, республиканың тәбиғәт парктары һәм заказниктарында элекке кеүек үк мышы, ҡабан, ике төрлө ҡуян, ҡоралай, һыуһар, төлкө, сел, ҡор бар.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экология туризмын үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: