«Балалы ғаиләләргә булышлыҡ итергә кәрәк, — тип белдерҙе Путин рәсәйҙәргә мөрәжәғәтендә. — Бындай ярҙам әлеге ваҡытта балаһы яслегә йәки баҡсаға йөрөмәгән ғаиләләр, сирләгән йәки бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булған ата-әсәләр өсөн бик мөһим».
2020 йылда әсәлек капиталы түбәндәгесә:
— 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе бала тыуған (уллыҡҡа алынған) осраҡта 466 617 һум;
— 2019 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки артабанғы бала тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) 466 617 һум;
— әгәр беренсе бала 2019 йылдың 31 декабренә хәтлем тыуған икән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан икенсе бала донъяға килгәндә (уллыҡҡа алынғанда) 616 617 һум;
— әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа, йәғни тәүге ике бала 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуһа, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән өсөнсө йәки артабанғы балаға 616 617 һум.