Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Март 2020, 09:35

“Тыуған урам” комплекслы программаһы буйынса юлдарға таш түшәләсәк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2020-2024 йылдарға “Тыуған урам” комплекслы программаһын раҫланы.

Программа буйынса 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән торама пункттарының балалар баҡсаһы, мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан үҙәк урамдарына асфальт түшәү ҡарала. Программаны төҙөүселәр 2024 йылға төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар селтәре 450 километрға тиклем артасаҡ тип күҙаллай, ә урындағы әһәмиәттәге юлдар – 540 километрға тиклем. Юлдар участкаһы исемлеге раҫланған да инде. Ул Баш-ҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми интернет-порталына ҡуйылған. 41 районда урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлаясаҡтар, 48 районда – республика һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге. Мәсетле районында “Тыуған урам” программаһы буйынса Оло Аҡа ауылының алты километр оҙонлоҡтағы Совет урамында (урындағы әһәмиәттәге) юлға асфальт түшәләсәк, шулай уҡ республика һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге “Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп – Дүшәмбикә” дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлы (2,31 км). Эштәр Башҡортостан юл фонды иҫәбенә финансланасаҡ. #национальныепроекты#нацпроекты
Читайте нас в