Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Март 2020, 10:50

1 апрелдән яңы түләүҙәрҙе кем ала?

Әсәлек капиталына хоҡуҡлы, өс йәшкә тиклемге сабыйҙар тәрбиәләгән ғаиләләр 1 апрелдән яңы түләүҙәр аласаҡ.

Биш мең һумлыҡ түләүҙәр ғаиләләге өс йәшкә тиклемге һәр балаға тейешле.
Был хаҡта Рәсәй Президентының ҡарары Кремль сайтында (kremlin.ru) урынлаштырылған. Өҫтәмә айлыҡ аҡса федераль бюджет иҫәбенә яҡындағы өс ай дауамында түләнәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә биш мең һум күләмендә түләүҙәр булдырыу тураһында ил етәксеһе Владимир Путин Рәсәй халҡына 25 мартта телевидение аша мөрәжәғәтендә иғлан итте.
Фото: monlib.ru
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: