Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Апрель 2020, 22:14
Ғилми иҫбатланды: бал да, үрсем дә күберәк
Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары бал ҡорттарын һаҡлау маҡсатында “БашИнком” сығарған яңы биопрепараттарҙың юғары һөҙөмтәлелеген раҫланы.
“БашИнком” ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһындағы микробиологтар эшләгән өр-яңы “ПчелоНормоСила” пробиотик препараты составына бал ҡорттарының ғүмерен оҙайтыуға, уларҙың үрсеүенә, продуктлылығына һәм күстәрҙең уңышлы ҡышлауына ыңғай йоғонто яһаған, юғары һөҙөмтәле ҡулай пробиотиктар төрө һәм штамдар инә. Препарат Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдарының юғары баһаһын алды.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был пробиотиктар бал ҡорттарының иммунитетын нығытыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса, насар тәбиғи мөхит шарттары йоғонтоһон кәметә, умарталыҡтарҙың сифатын яҡшырта.
2018 – 2019 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары антибиотиктарға алмаш рәүешендә ҡулланылған яңы быуын “ПчелоНормоСила” пробиотиктары ҡушылған аҙыҡ өҫтәмәләренең бал ҡорттарына тәьҫирен ентекле тикшерҙе.
Һөҙөмтәләр ҡыуандырҙы: препарат күстәрҙең үрсемен – 12,8 процентҡа, балды – 7,5 (16,1 %), балауыҙҙы – 0,04 килограмға һәм рентабеллек кимәлен контроль күрһәткес менән сағыштырғанда 9,6 процентҡа арттырған. Шулай уҡ препараттың йәнә бер үҙенсәлеге асыҡланған: тәжрибә үткәрелгән бал ҡорттары төркөмөндә майлы туҡыма үҫеше контроль күрһәткестәрҙән 35 процентҡа юғарыраҡ булған.
2019 йылда Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә баллы ауыл хужалығы үҫемлектәрен пестицидтар менән эшкәртеү арҡаһында бал ҡорттары күпләп һәләк булды. Әлегә үҫемлекселек бындай химикаттарҙан баш тарта алмай, әлбиттә. Уның ҡарауы, пробиотиктар ҡорттарға пестицидтар менән ағыуланыуға ҡаршы торорға ярҙам итә, уларҙың ғүмерен оҙайта. “БашИнком” предприятиеһының өр-яңы биопрепараттары һәм технологиялары бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу һәм үрсетеү йәһәтенән мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: