Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Апрель 2020, 11:26

Эшҡыуарҙар менән онлайн-конференция ойошторола

9 апрелдә көндөҙгө сәғәт 4-тә “Бизнес-изоляция: талаптар һәм ҡарарҙар” онлайн-конференцияһы ойошторола. Сараның маҡсаты – көрсөк күренештәре менән осрашҡан Башҡортостан эшҡыуарҙарына мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү.

Онлайн-конференцияла төрлө өлкәләрҙәге эшҡыуарҙар яңы иҡтисади шарттарҙа үҙҙәренең хәле һәм ҡарарҙары менән уртаҡлаша. Сауҙаның кәмеүе, сикләү сараларының йоғонтоһо, ҡулланыусыларҙа ихтыяждың артыуы кеүек ғәмәли мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана. Һәр эшҡыуар тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлын тәҡдим итеп, тармаҡ буйынса коллегаларының һорауҙарына яуап бирәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше департаменты директоры Милена Арыҫланова, “Wildberries” компанияһының генераль директоры Татьяна Бакальчук, футуролог, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте етәксеһе кәңәшсеһе Михаил Федоренко, шулай уҡ федераль һәм төбәк кимәлендәге уңышлы эшҡыуарҙар конференцияның спикерҙары буласаҡ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас в