Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Октябрь 2021, 02:30

Төп иғтибар йәш быуынға бүленгән

Эштәр 15 мең квадрат метр майҙанда бара.

Төп иғтибар йәш быуынға бүленгән
Төп иғтибар йәш быуынға бүленгән

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге 130-сы мәктәп эргәһендәге “Ҡоштар” скверын төҙөкләндереү эштәре тамамланыу өҫтөндә.

Эштәр 15 мең квадрат метр майҙанда бара. Биләмәлә бордюрҙар ҡуйылған, хоккей ҡабы, теннис майҙансығы өсөн резина япмаһы өсөн нигеҙ әҙерләнгән. Яҡын арала йүгереү һуҡмаҡтары, тротуарҙар булған футбол, баскетбол, памп-трек майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, йәшелләндереү, арт-объекттарҙы ҡуйыу эштәре тамамланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сквер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ҡоштар осорам...” әҫәре мотивтары буйынса төҙөлә. Алдан уйланылыуынса, тротуарҙар дүрт – һары, һорғолт, ҡара һәм һорғолт – төҫтәге брусчатканан һалынасаҡ.

Проектты эшләгәндә иғтибар ҡалала йәшәгән йәш быуын вәкилдәренә бүленгән, сөнки скверҙан ике аҙымда тиерлек мәктәп, балалар баҡсалары, музыкаль мәктәп һәм балалар ижады үҙәге урынлашҡан. Төҙөкләндереүҙең барлыҡ элементтары берҙәм идея концепцияһын хасил итәсәк. Ә скверҙың барлыҡҡа килеүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Фото: БР Торлаҡ һәм архитектура министрлығы.

#национальныепроекты#нацпроекты
bashgazet.ru

 

Төп иғтибар йәш быуынға бүленгән
Төп иғтибар йәш быуынға бүленгән
Автор:
Читайте нас: