Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Октябрь 2021, 09:48

Тикшереү бушлай буласаҡ

Юғары класлы томограф органдарҙағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә асыҡларға ярҙам итәсәк.

Тикшереү бушлай буласаҡ
Тикшереү бушлай буласаҡ

Октябрьский ҡалаһында магнит-резонанс томографын монтажлау эше дауам итә. Йыл аҙағына тиклем ул мотлаҡ сафҡа инәсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 100 миллион һумлыҡ ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған. Яңы аппарат элекке ҡорамалдарҙан айырмалы байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә.

“Ҡорамал беҙгә тикшеренеүҙәрҙе заманса кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирә.Юғары класлы томограф ағзаларҙағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә асыҡларға ярҙам итә. Табиптарҙың “уң ҡулы” буласаҡ,–ти дауахананың баш табибы Сергей Иванов.– Айырыуса тәү сиратта онкология, неврология, нейрохирургия, гинекология, урология һәм хирургияла патологияларҙы асыҡлауҙа булышасаҡ. Магнит-резонанс томографияһы пациенттарҙы нурланыш көсөргәнешенән ҡотҡара. Барыбыҙ ҙа уның эшләй башлауын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.”

Дауахананың бөтә пациенттары өсөн дә тикшереү бушлай буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

bashgazet.ru

Тикшереү бушлай буласаҡ
Тикшереү бушлай буласаҡ
Автор:
Читайте нас: