Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Октябрь 2021, 09:03

Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында

Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында

Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында
Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында

Өсөнсө квартал һөҙөмтәләре буйынса "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында. Рәсәйҙең 40 төбәге буйынса рейтинг Производительность.рф.ИТ-платформаһында баҫылған.

“Башҡортостанда "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектының структураһына ингән “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәлеген күтәреүҙә адреслы ярҙам” федераль проекты сараларының төп башҡарыусыһы булып Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге иҫәпләнә.

Уның төп бурысы – республика предприятиеларында һаҡсыл етештереү принциптарын индереү. Компетенциялар буйынса төбәк үҙәге мөмкин булған ун балдан 8,7 балл йыйған, - тип бәйән итте БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Рейтинг һигеҙ күрһәткестән сығып баһалана. Улар араһында – проект сараларын тормошҡа ашырыу графигы, предприятиеларҙың компетенциялар буйынса төбәк үҙәге эшмәкәрлегенән ҡәнәғәтлелеге, предприятиеларҙы проектҡа йәлеп итеү кимәле, проекттарға ваҡытында старт биреү һәм тамамлау. Рейтинг квартал һайын яңыртыла.

Өсөнсө квартал һөҙөмтәләре буйынса, бесенсе урында – Свердловск (9,1 балл), икенселә – Түбәнге Новгород (9 балл) өлкәләре. Һамар өлкәһе менән Башҡортостан өсөнсө урында урынлашҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың 118 предприятиеһы РФ Президенты Влаимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектында ҡатнаша.

Фото: kkoop.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында
Башҡортостан – тәүге өс төбәк араһында
Автор:
Читайте нас: