Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Октябрь 2021, 16:41

Төркиәнән мандариндар индерелмәй

29 октябрҙән, “хлорпирифос” пестицидының максималь рөхсәт ителгән күләмен арттырыу сәбәпле, Төркиә мандариндарын индереүҙе туҡтатып торасаҡтар, тип хәбәр ителә “Роспотребнадзор” сайтында.

Төркиәнән  мандариндар индерелмәй
Төркиәнән мандариндар индерелмәй

"Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте мандарин емешенә ҡарата мотлаҡ талаптар боҙолоуын асыҡлаған. Әлеге мандариндарҙа "хлорпирифос" пестициды булыуы асыҡланған, уның концентрацияһы максималь рөхсәт ителгән күләмдән артып китә", — тиелә хәбәрҙә.

Пестицидлы мандариндар Төркиәнән ҡайтарылған. Инфекция таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн уларҙы индереүҙе туҡтатырға ҡарар ителде. Был хәл “Роспотребнадзор” контролендә.

Элегерәк тә Төркиәнән һаулыҡҡа зыянлы цитрустарҙы индереү  “Россельхознадзор” тарафынан бер нисә тапҡыр тыйылғайны инде. Әйтәйек, 2018 йыл аҙағында әлеге ведомство Төркиә менән Урта диңгеҙ себене менән зарарланған цитруслы культуралар төйәп оҙатыу мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Анкарала килеп тыуған хәлде 2018 йылда Төркиәлә Урта диңгеҙ еләк-емеш себене үрсеү өсөн айырыуса ыңғай һауа шарттары булыуы, ә фермерҙар тарафынан ҡоротҡостарҙы бөтөрөү өсөн күрелә торған сараларҙың һөҙөмтәһеҙ булыуы менән аңлатылды.

Фото: newsae.ru

kiziltan.ru

Төркиәнән  мандариндар индерелмәй
Төркиәнән мандариндар индерелмәй
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: