Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Октябрь 2021, 15:26

Хәләл ризыҡ етештереүселәр дәртләндереләсәк

Ислам ҡанундарына ярашлы әҙерләнгән тауар, "Хәләл"сертификаты алыу уның сифатлы, экологик яҡтан таҙа булыуы тураһында ла һөйләй.

Хәләл ризыҡ етештереүселәр дәртләндереләсәк
Хәләл ризыҡ етештереүселәр дәртләндереләсәк

Бөгөн БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы  һәм  Башҡортостандың конгресс эшмәкәрлеге, БР Ауыл хужалығы, БР Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү  министрлығы, БР Туризм буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы» союзы араһында  Башҡортостан Республикаһында хәләл сертификацияһының берҙәм системаһы сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ предприятиеларҙың конкурент һәләтлелеген күтәреүгә шарттар булдырыу, улар етештергән продукцияның хәүефһеҙ һәм сифатлы булыуы, «Хәләл» стандарты буйынса ирекле сертификация алыуға стимуллаштырыуға йүнәлтелгән.

  2020 йылда БР Хөкүмәте халыҡ-ара баҙарҙа  хәләл индустрияны үҫтереү буйынса юл картаһын булдырғайны. Бөгөн күп ойошмалар «Хәләл» маркаһы аҫтында үҙе етештергән аҙыҡ-түлекте экспортҡа сығара ала. Ислам ҡанундарына ярашлы әҙерләнгән тауар, сертификат алыу уның сифатлы, экологик яҡтан таҙа булыуы тураһында ла һөйләй.

ye102.ru

Хәләл ризыҡ етештереүселәр дәртләндереләсәк
Хәләл ризыҡ етештереүселәр дәртләндереләсәк
Автор:
Читайте нас: