Дим буйҙары
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Октябрь 2021, 22:47

Зыян күргән өлкәләрҙең кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә 12 мең һум аҡса биреләсәк

БР Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән өлкәләрҙең кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә һәр рәсми рәүештә эшкә алынған хеҙмәткәренә берәр федераль МРОТ, йәғни 12 792 һум аҡса түләргә ҡарар ҡабул итте  

Зыян күргән өлкәләрҙең кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә 12 мең һум аҡса биреләсәк

РФ Президентының 2021 йылдың 20 октябрендәге 595-се Указына ярашлы, яңы коронавируслы сирҙе таратмау маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде.

Аҡса алыу өсөн ғаризаны 2021 йылдың 1 ноябренән 15 декабргә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең  nalog.ru сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға кәрәк. Түләүҙәр 15 ноябрҙән мөрәжәғәт иткәндән һуң 8 көндән башланасаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарыу кәрәкмәй.

Был грант СОНКО һәм бизнестың түбәндәге зыян күреүсе өлкәләренә биреләсәк:

▪мәҙәниәт, күргәҙмә, конференция һәм күңел асыу ойошмалары,

▪спорт,

▪ҡунаҡхана бизнесы,

▪йәмәғәт туҡланыуы,

▪өҫтәмә белем биреү,

▪көнкүреш хеҙмәттәре,

▪автомобиль һәм һыу транспорты.

Деталләшкән ОКВЭД ошо арала донъя күрәсәк.https://www.bashinform.ru/news/economy/2021-10-21/malyy-i-sredniy-biznes-iz-postradavshih-otrasley-poluchit-po-12-tys-rubley-na-kazhdogo-rabotnika-2556132

 Башинформ.рф(баш)
Зыян күргән өлкәләрҙең кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә 12 мең һум аҡса биреләсәк
Автор: