Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Ноябрь 2021, 00:17

Ғафури районында ҡунаҡ йорттары буласаҡ

“Шишки" экокомплексы  Красноусол ауылы үҙәгендә "Йәшлек" мәҙәниәт һәм ял паркы янында айырым биләмәлә урынлашҡан. Унда ял һәм эшлекле сәфәрҙәр ваҡытында туристарҙы  урынлаштырыу өсөн ҡунаҡ йорттары буласаҡ. 

Ғафури районында ҡунаҡ йорттары буласаҡ
Ғафури районында ҡунаҡ йорттары буласаҡ

— 2020 йылда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" дөйөм дәүләт проектына ярашлы, субсидиялар биреүгә йүнәлтелгән Туризм буйынса федераль агентлыҡ конкурсында еңеүселәр исемлегенә кергән төбәк проекттарының береһе.

- Унда төҙөләсәк дүрт-һигеҙ кешелек ҡунаҡ йорттары  йыл әйләнәһенә эшләйәсәк Шулай уҡ экокомплек территорияһында 50 кешегә тиклем сара үткәреү өсөн иҫәпләнгән конференциялар залы, мини-хостел, 2 мунса, сувенир лавкаһы, гриль-йорт урынлашҡан. Бынан тыш, беҙ яңы маршруттар эшләргә, иҫәнлек-һаулыҡ һәм экология темаһына саралар үткәреү юлы менән сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырырға планлаштырабыҙ, — тип белдерә проекттың инициаторы Анна Ларина.

Әйткәндәй, экокомплекс 2,97 миллион һум күләмендә грант алған, шулай уҡ эшҡыуарҙар төҙөлөшкә 2 миллион һумдан артыҡ аҡса индергән.

Фото: srk.nationalpriority.ru

#национальныепроекты#нацпроекты
shonkar.com

Ғафури районында ҡунаҡ йорттары буласаҡ
Ғафури районында ҡунаҡ йорттары буласаҡ
Автор:
Читайте нас: