Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Ноябрь 2021, 20:09

Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә

2024 йылда Өфагә 450 йыл тула. Шул уңайҙан баш ҡалала бик күп матур урындар барлыҡҡа киләсәк.

Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә
Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә

Иң ҙурҙарына килгәндә, 2024 йылға Өфөлә заманса Евразия китапханаһы төҙөләсәк. Уның күренеп торған өҫкө өлөшө тирмә рәүешендә буласаҡ, ҡалған өлөшө ер аҫтында урынлашасаҡ. Әлеге китапхананы төҙөү 4 миллиард һумға төшәсәк.

Өфөлә күп йылдар археологик ҡаҙыу эштәре бара. Уларға ҡарағанда, VI-VIII быуатта уҡ был урында кешеләр йәшәгән. Был урында археология табылдыҡтарын һаҡлау бинаһы төҙөләсәк. Ул ҡаҙнаға 1,5 миллиард һумға төшәсәк.

Бик күп спорт ҡоролмалары төҙөү ҙә планлаштырыла. Улар араһында спорт көрәше, фехтование үҙәге, ишкәкле слалом һәм башҡа спорт төрҙәре өсөн биналар төҙөләсәк, махсус урындар булдырыласаҡ. Шулай уҡ мәктәптәр, ветеранндар өсөн госпиталь, юлүткәргестәр, күперҙәр һәм башҡа бик күп матур урындары менән Өфө үҙенең 450 йыллығын ҡаршы аласаҡ. Былар барлығы 50,5 миллиард һумға төшәсәк.

tulpar.info

Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә
Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә
Автор:
Читайте нас: