Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Ноябрь 2021, 12:50

Республикала «Беҙҙең Бренд. Халыҡ таныуы» аҙыҡ-түлек конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Тауыш биреү 14 октябрҙән 23 ноябргә тиклем барҙы. Конкурста республикабыҙҙың  48 муниципаль берәмегенән 118 бренд ҡатнашты.

Республикала «Беҙҙең Бренд. Халыҡ таныуы» аҙыҡ-түлек конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Республикала «Беҙҙең Бренд. Халыҡ таныуы» аҙыҡ-түлек конкурсы еңеүселәре билдәләнде

«Беҙҙең Бренд. Халыҡтың таныуы» беренсе төбәк аҙыҡ-түлек конкурсы барышында тауыш биреү тамамланды. Сараны республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторҙо.

Теләгән һәр кем «Беҙҙең бренд» сайтында Башҡортостандың теге йәки был районы йә иһә ҡалаһының сифатлы ризығы өсөн тауыш бирҙе. Ойоштороусылар фекеренсә, сара брендтарҙың географияһын, райондарҙа ниндәй милли ризыҡтар етештерелеүен белергә мөмкинлек бирҙе.  

Республика халҡы республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек хаҡында күп мәғлүмәт алды. Башҡортостан брендының бал менән ҡымыҙҙан тыш, башҡа юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа, тәмле ризыҡтар икәнен асыҡланы.

Онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Стәрлебаш бауырһағы һәм Көйөргәҙе деликатестары еңеүсе тип танылды.

башинформ.

Республикала «Беҙҙең Бренд. Халыҡ таныуы» аҙыҡ-түлек конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Республикала «Беҙҙең Бренд. Халыҡ таныуы» аҙыҡ-түлек конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Автор:
Читайте нас: