Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Декабрь 2021, 11:05

Премия кемгә эләгер?

10 декабрҙәге сара ҡатнаш форматта ойошторола.  

Премия кемгә эләгер?
Премия кемгә эләгер?

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 декабрҙә Мәскәүҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы уҙғарыла. Уны Рәсәй экспорт үҙәге ойоштора.

– Башҡортостан Республикаһы алдында торған төп бурыс – экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү һәм тейешле инфраструктура булдырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы экспорт эшмәкәрлеге өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм практик ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн илебеҙҙәге төп халыҡ-ара майҙансыҡты тәшкил итә, – тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Форум барышында маркетинг, маркетплейстар аша тауарҙы экспортҡа һатыу, дәүләт ярҙамынан һөҙөмтәле файҙаланыу, сит илдәрҙә Рәсәй экспортлаусыларының хоҡуғын яҡлау һәм башҡа мәсьәләләр буйынса вебинарҙар, һөйләшеүҙәр ойошторола. Шулай уҡ экспортҡа финанс ярҙамы, электрон сауҙа каналдары аша тауар ебәреү һәм юғары технологиялар экспорты буйынса саралар, пленар сессияла эксперттарҙың сығышы, “Экспорт форумы”ның һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса ижтимағи-эксперт советы дискуссиялары планлаштырыла.

Бынан тыш, форумда “Йыл экспортлаусыһы” Бөтә Рәсәй премияһы тапшырыла.

Сара ҡатнаш форматта уҙғарыла: дискуссиялар, семинарҙар һәм сессиялар 10 декабрҙән forum2021.exportcenter.ru сайтында тапшырыла. Форумдың сайтында шулай уҡ унда ҡатнашыуға теркәлергә һәм программа менән танышырға мөмкин.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/186516

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/186516

Премия кемгә эләгер?
Премия кемгә эләгер?
Автор:
Читайте нас: