Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ғинуар , 10:14

Ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә

Быйыл ауыл хужалығы тармағында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә иғтибар артасаҡ һәм уларҙың хужаларына дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.

Ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә
Ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән милли проекттар араһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Поддержка малого и среднего предпринимательства и развитие индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бирелә.

Әйткәндәй, үҙмәшғүл булғандар ҙа, шәхси хужалыҡтарын үҫтерергә теләгәндәр ҙә дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. Ярҙам Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә күрһәтелә. Быйыл 1 ғинуарҙан ауыл хужалығы тармағында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә иғтибар артты һәм уларҙың хужаларына дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Атап әйткәндә, үҙмәшғүлдәргә йәшелсә, картуф, һөт етештереүгә, ит өсөн үрсетелгән малдарҙы арттырыуға киткән сығымдарҙы ҡайтарыуға финанс ярҙам тураһындағы төбәк программалары күҙ уңында тотола.

Был ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында ҡаралған. Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса ғәмәлгә ашырылған милли проект 2030 йылға тиклем илдә эшҡыуарҙар һанын 25 миллион кешегә еткереү бурысын ҡуя, шул иҫәптән фермер һәм шәхси хужалыҡтар иҫәбенә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та республикала бәләкәй хужалыҡтарҙың мөһим урын тотоуы һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итеүе тураһында белдерҙе. Һуңғы ун йылда фермерҙар етештергән ауыл хужалығы тауарҙары 2,5 тапҡырға артҡан, ул бөгөн 14 проценттан юғары. 2030 йылға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси хужалыҡтар иҫәбенә күрһәткес 20 процентҡа етеүе мөмкин. Әле төбәктә ете меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың күпселеге үҫемлекселек менән шөғөлләнә, йәғни ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәрҙең 16 процентын биләп, фермерҙар республикалағы игендең – 35, шәкәр сөгөлдөрөнөң - 19, йәшелсәнең – 78, һөттөң – 12, иттең алты процентын етештерә.

Әлбиттә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә федераль һәм дәүләт ярҙамы программалары булышлыҡ итә. 2019–2021 йылдарҙа ошо маҡсатта 2 миллиард 271 миллион һум бүленгән.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ведомство, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бәләкәй төрҙәге хужалыҡтарға республика бюджетынан бүленгән ярҙам һәм субсидия биреү тәртибенә үҙгәрештәр индереү проекты әҙерләнгән. Ул “Агростартап” проекттарын баһалағанда республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарына өҫтәмә балл биреүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ бәләкәй төрҙәге хужалыҡтарға гранттар биреү тәртибендә үҙгәрештәр ҡаралған.  

Ғөмүмән, хәҙер һәр кеше дәүләт биргән ярҙамды файҙаланып, үҙенең шәхси хужалығын үҫтерә ала, тик теләк һәм дарман ғына булһын.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

Ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә
Ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә
Автор:
Читайте нас в